+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 17:00

Фәриҙә Ҡудашева иҫтәлегенә

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Ҡудашева башҡарыуында йырҙарҙы кемдәр генә белмәй!

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Фәриҙә Ҡудашева башҡарыуында йырҙарҙы кемдәр генә белмәй! Уларҙы өлкән быуын ғына түгел, йәшерәк башҡарыусылар ҙа сәхнәлә әленән-әле яңғыратып тора.
Яратҡан йырсыбыҙҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү, уның ижадын пропагандалау маҡсатында Шишмә районында «Ике аҡҡош» тип исемләнгән республика фестивален ойоштороу матур йолаға әүерелде. Конкурсанттар Фәриҙә Ҡудашеваның репертуарынан йырҙар һайлай. Конкурс шулай уҡ һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡларға мөмкинлек бирә.
Быйыл үткән фестивалдә Илһөйәр Мусина ҡатнашты. Республика конкурстарында ҡатнашып, күп тапҡырҙар еңеүсе, дипломант, лауреат исемен яулаған яҡташыбыҙ был юлы ла һынатманы.
Иртәгә, 4 декабрҙә, Өфө ҡалаһында, Башҡорт дәүләт филармонияһында Гала-концерт үтәсәк.
Читайте нас: