+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 21:45

Радий Хәбиров «берҙәм рәсәйҙәр»гә Яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы контролдә тоторға ҡушты

«Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары үҙҙәренең яғынан ялған алкоголь һатыу урындарын контролдә тоторға тейеш.

Башҡортостан башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары Радий Хәбиров партия ағзаларына Яңы йыл байрамдарында алкоголь һатыуға бәйле хәлде контролгә алырға ҡушты. Яңы йыл каникулдарында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләгән республика законы проекты Дәүләт Йыйылышында ҡарауҙа. «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советы президиумы ултырышында Башҡортостан парламенты рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов депутаттар законды ағымдағы йылдың аҙағына тиклем ҡабул итергә ниәтләүҙәрен әйтте. Сикләүҙәр кафеларға һәм ресторандарға ҡағылмай, ә бына сауҙа нөктәләрендә хәмер һатыу тыйыла, тип билдәләне ул. Радий Хәбиров фекеренсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы ағзалары үҙҙәренең яғынан ялған алкоголь һатыу урындарын контролдә тоторға тейеш.
«Шулай уҡ был закондың нисек эшләүен анализлау, күрелгән сараларҙан ыңғай һөҙөмтә бармы-юҡмы икәнен аңлау мөһим. Хәйер, һабантуйҙар ойошторолған көндәрҙә хәмер һатыуҙы тыйғандан һуң, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы байрамдар барышында енәйәтселек бөтөнләй тиерлек кәмене, йәғни бында беҙ дөрөҫ эшләнек. Күмәк мәҙәни һәм спорт саралары рәүешендә альтернатива ла тәҡдим итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары башҡарма комитетҡа Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнеү менән дә ныҡлап шөғөлләнергә ҡушты. Шулай уҡ ул йыл аҙағында партия эсендәге «Яңыртыу 2.0» дискуссияһына йомғаҡ яһарға кәрәклеген билдәләне.
Читайте нас: