+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 13:00

СПИД-ҡа - юҡ!

Дәүләкәндәр бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Дәүләкәндәр бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды
СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнөнә ҡарата акция сиктәрендә райондың белем биреү учреждениеларында йәштәр араһында ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеүгә арналған тематик саралар үткәрелде.
Уҡыусылар менән әңгәмәгә Ғаиләне, балаларҙы, йәшәрҙе яҡлау үҙәге белгесе Эльмира Исламғолова һәм эпидемиолог Эльмира Кәримова ҡушылды. Йәштәр өсөн асыҡ дәрестәрҙә улар кеше иммунодефициты вирусы менән зарарланыуҙың төп сәбәптәре тураһында һөйләнеләр. Роспотребнадзор белгестәре раҫлауынса, быйыл Рәсәйҙә наркотиктар ҡулланыуҙан ВИЧ йоҡтороу күпкә артҡан.
Дәүләкәндәр араһында сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға «Йәш гвардия» активистары һәм ирекмәндәр ҡушылды.
Кешеләргә ВИЧ-инфекцияны иҫкәртеү тураһында буклеттар, памяткалар таратылды.
Алия Уразбахтина тәржемәһе.
Читайте нас: