+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Декабрь 2019, 21:15

Йортоңдо төҙөкләндерергә теләһәң – льготалы кредит ал

Ауыл халҡына түбән процент менән кредит биреләсәк.

Ауыл халҡына түбән процент менән кредит биреләсәк.
РФ Хөкүмәте ауыл биләмәләрен үҫтереү өсөн 2,3 трлн һум аҡса бүлгәйне. Был дәүләт программаһы ауыларҙы төҙөкләндереүгә, инфраструктура булдырыуға һәм халыҡтың уңайлы мөхитә йәшәүен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
1 ғинуарҙан ауыл халҡы льготалы шарттарҙа кредит алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Йорттарҙы төҙөкләндереүгә банктар биргән аҡсаның ставкаһы 5 проценттан да артмаҫҡа тейеш.
Граждандарға ул йортҡа үҙәкләштерелгән йәки автономлы электр, һыу һәм газ, йылытыу һәм канализация үткәреү, шулай уҡ подряд килешеүе буйынса торлаҡты ремонтлау маҡсатынан бирелә.
Кредиттың күләме – 250 мең.
Читайте нас: