+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2019, 12:15

Агробизнесты үҫтереү өсөн уҡытыу

Уҡыу Өфө ҡалаһында 10 декабрҙән 13 декабргә тиклем уҙасаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамында ауыл хужалығы кооперацияһы һәм фермерҙар хәрәкәте үҫеше өлкәһендәге компетенциялар үҙәге «Агробизнес мәктәбе»ндә ҡатнашыуға заявкалар ҡабул итә башланы. Унда агросәнәғәт комплексы өлкәһендә бизнес-проекттарын үҫтерергә теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Уҡыу Өфө ҡалаһында 10 декабрҙән 13 декабргә тиклем уҙасаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн заявканы [email protected] почтаһына 6 декабргә тиклем БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтында (1 ҡушымта) урынлаштырылған форма буйынса ебәрергә кәрәк. Ҡатнашыу түләүһеҙ.
Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 2912667.
Читайте нас: