Иҫке Мерәҫ ауыл клубы Г. Исхаҡованың әҫәрен һайлаған, Ҡыҙрас ауыл Советы ауыл биләмәһе үҙешмәкәрҙәре башҡорт халыҡ ижадына мөрәжәғәт иткән, Имай-Ҡарамалылар И. Абдуллиндың “Тиле йәшлек” комедияһынан өҙөктәр алған. Сәхнә тултырып уйнаған артистарҙың, уларҙың етәкселәренең ҙур тырышлығын билдәләп үтмәйенсә мөмкин түгел. Декорациялар, күмәк сәхнә күренештәре кәйефтәрҙе күтәрҙе, көс-дәрт өҫтәне.
Йома, 6 декабрҙә, Соколовка ауылы үҙешмәкәрҙәре үҙҙәренең артислыҡ һәләтен, башҡарыу оҫталығын күрһәтәсәк. Теләге булғандарҙы уларҙың сығышын ҡарарға саҡырабыҙ.