Күләмле сараға әҙерлек сиктәрендә «Мин барам!» тип аталған эстафета уҙғарыласаҡ. Был турала бөгөн Өфөлә Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары республика советының бишенсе Пленумында билдәләнде.
Ултырышта район-ҡалаларҙа әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Төбәктә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 1213 кеше йәшәй, тыл хеҙмәтсәндәре 23 меңдән ашыу. Ветерандар советы ағзалары Бөйөк Еңеү яулауҙа үҙ өлөшөн индереүселәргә ҡарата иғтибарҙы арттырыу, социаль проблемаларҙы башҡарма власть органдары менән берлектә хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Ил Президенты Владимир Путин иғлан иткән Хәтер һәм Дан йылын да юғары ойошҡанлы уҙғарыу маҡсаты тора.