Ҡала мэры Өлфәт Мостафин ошо турала күрһәтмәгә ҡул ҡуйҙы. Махсус урында һәр тәүлек өсөн 50 һумлыҡ хаҡ ҡуйылған. Өфөлә Республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса йорт биләмәләре ташландыҡ транспорттан таҙартыла. Улар коммуналь һәм башҡа хеҙмәттәр эшенә ҡамасаулай, биләмәләрҙе йәмһеҙләп тора.