-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 00:55

Өфө районында йәшәүселәр баҫыуға индерелгән ҡош тиҙәгенә зарлана

Өфө районында индерелгән ҡош тиҙәге еҫенә күрше ауылдарҙа йәшәгән халыҡ тонсоға

Ашламамы, әллә зыянмы? Өфө районында индерелгән ҡош тиҙәге еҫенә күрше ауылдарҙа йәшәгән халыҡ тонсоға. Ауыл хужалығы культураларын үҫтереү ысулы һәм халыҡтың ризаһыҙлығы хаҡында БСТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова тыңланы.
Саф һауа урынына тиҙәк еҫе. Бында сысҡандар һәм башҡа ҡортҡос йәнлектәр бихисап, ти урындағы халыҡ. Ямғырҙан һуң баҫыуҙың хәлен әйтеп тораһы ла түгел. Хәйер, һыуыҡтар еткәс насар еҫ бер аҙ юғала. Өфө районында йәшәүселәр баҫыуға ташланған ҡалдыҡтарҙан әсе еҫ килеүенә зарлана.
Наил Мирхәйҙәров: “Ҡошсолоҡ фабрикаһынан килтереп түгәләр ошо тиҙәкте. Был бит яҙ көнө, ҡар ирегәс, һыу менән беҙҙең баҡсаларға китә. Үткән йылдары урман буйына түгәләр ине. Ә бына быйыл бында”.
Бер нисә йыл дауамында Авдон ҡасабаһында урынлашҡан ҡошсолоҡ фабрикаһы баҫыуға тиҙәк түгә, тей урында йәшәүселәр. Һаулыҡҡа хәүеф тыуҙырған ҡалдыҡтарға тонсоҡҡан кешеләр ойошмаға хат яҙа. Ләкин уларҙың мөрәжәғәте яуапһыҙ ҡала.
Билдәле, ҡош тиҙәге ауыл хужалығында ашлама булараҡ ҡулланыла. Ләкин был баҫыуға файҙа килтерәме? Йәйгеһен насар еҫкә бөжәктәр үрсей, баҡсала үҫкән йәшелсәгә төшә, ураған һайын уларҙы ағыулап торорға кәрәк, тей Альбина Закирова.
Альбина Закирова: “Элегерәк ниндәй уңыш алалар ине был ерҙән. Арыш, бойҙай сәстеләр. Хәҙер был ерҙәр ташландыҡ, бысраҡ нәмәләр һелтәйҙәр. Бындай ашлама буламы инде, был бит ерҙе яндыра”.
Авдон ҡошсолоҡ фабрикаһы етәкселеге фекеренсә, килеп сыҡҡан органик ашлама туҡлыҡлы матдәләргә бай. Ошондай өҫтәмә ярҙамында ауыл хужалығы культуралары тиҙ үҫә һәм көслө була. Органик ашлама өлгөләрен контроль һайлау алыу үткәрелгән, ул тиҙәктең дәүләт стандартына тура килеүен раҫлай, ти улар.
Диана Шәмсетдинова, «Башкирская» ҡошсолоҡ фабрикаһының тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса белгесе: “Урында йәшәүселәр насар еҫкә зарлана. Уның барлыҡҡа килеүе ер һөрөү технологияһына бәйле. Башта органик ашламаны һалырға, һуңынан ғына ерҙе һөрөргә кәрәк. Әлеге ваҡытта ошо ғәмәлгә ашырыла. Беҙ бер нисә лаборатор тикшереүҙәр үткәрҙек. Хәҙерге ваҡытта еҫ юҡҡа сыҡты”.
Ҡош тиҙәген күмеү эштәре яҙғыһын тамамланыр тип көтөлә. Өфө районы халҡы насар еҫ килеүенә зарланмаҫ, ә фермерҙарҙың баҫыуға һалынған ашламаға дәғүәһе булмаҫ, ти фабрика хеҙмәткәрҙәре. Әлегә түҙергә һәм көтөргә генә ҡала.
Читайте нас: