-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь 2019, 18:45

Тейешле аҡса түләнмәгән

Прокуратура компенсация түләттергән

Стәрлетамаҡта йәшәүсе бер ҡатындың улы 2012 йылда хәрби хеҙмәттә үлеп ҡала. Закон буйынса ҡараусыһының хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыуы сәбәпле уға айлыҡ компенсация түләнергә тейеш. Әммә ҡала буйынса «Халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге» уға был аҡсаларҙы түләмәй.
Ҡатынға прокуратураға мөрәжәғәт итергә тура килә. Хоҡуҡ һаҡсылары , закон боҙолоуҙы танып,компенсация 2012 йылдың ғинуарынан түләнергә тейеш булған, тип ҡарар сығара. Социаль яҡлау органы быйыл мартта ғына аҡса түләй башлаған. Һәләк булған хәрбиҙең әсәһенә түләнмәгән 712 мең аҡса ҡайтарыласаҡ.
Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: