Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, финанс проблемалары килеп тыуған «Өфөнефтемаш» предприятиеһы эшселәре тейешле эш хаҡын ала алмай, забастовка иғлан иткәйне. Был ваҡиғанан һуң боҙ урынынан ҡуҙғала. Эш биреүсе, ниһайәт, нисәмә айҙар тыуған яҡтарына ҡайта алмаған вахтасыларға самолетҡа билет алды. Бөгөн Өфөгә ҡайтҡан бер төркөм эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләнгән.
Беҙҙең телеканал тап Рәмил Әҙехановтың видеомөрәжәғәте нигеҙендә сюжет әҙерләп күрһәткәйне. Вахтасыларҙың «аманат»ҡа алыныуы тураһында яҙма аҙна башында эфирға сыҡты. Уҙған төндә «Өфө» аэропортына Алыҫ Көнсығыштан 11 эшсе ҡайтып та етте. Әммә әлегә «Өфөнефтемаш» компанияһында эшләүсе вахтасыларҙың күбеһе тыуған яҡтарынан меңдәрсә саҡрым алыҫлыҡта ҡала бирә.