-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Декабрь 2019, 13:20

Республикала 2 градусҡаса йылыта

Алдағы өс көнгә һауа торошо

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.
Башгидромет мәғлүмәте буйынса, бөгөнреспубликала көн болотло була. Ҡар, епшек ҡар, ҡар ҡатыш ямғыр, урыны менән буран, боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы көтөлә.
Юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан секундына 9-14 метр тиҙлектә, урыны менән секундына 18-23 метрға тиклем.
Һауа температураһы көндөҙ — минус 3-тән плюс 2 градусҡа тиклем.
7 декабрҙә синоптиктар бер аҙ ҡар, ямғыр яуа тип вәғәҙәләй. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Блдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә – минус 1-6 градус, көндөҙ – минус 3-тән плюс 2 градусҡа тиклем.
8 декабрҙә Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр, юоҙлауыҡ көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә — 2-7 градус һалҡын, көндөҙ — минус 3-тән плюс 2 градусҡа тиклем.
Читайте нас: