“Экология” милли проектында урмандарҙы һаҡлауға ҙур иғтибар бирелә. Урман хужалығы министры М. Шәрәфетдинов белдереүенсә, был тармаҡ өсөн үҫентеләрҙе ҡарау өсөн культиваторҙар, махсус машиналар, һуҡалар, шулай уҡ янғын һүндереү техникалары алынған. Былар урмандарҙы тергеҙеү эшендә, һис шикһеҙ, ҙур ярҙам. Алда эштәр күп әле.