+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2019, 00:30

Пенсия урынына... печенье?

13 меңен бирә лә ҡалғанын печенье менән ҡаплай.

Ҡыҙыҡлы хәлдәр эргәбеҙ тулы. Өфөлә йәшәгән бер пенсионер декабрҙә айлыҡ пенсияһын ғәҙәти булмаған рәүештә ала. Почтальон пенсияның бер өлөшөн икенсе төрлө “валюта”ла биреп, оло кешене аптырашта ҡалдыра.
Хеҙмәт ветераны ҡулына 13 мең 127 һум 40 тин алырға тейеш була. Әммә почтальон уға 13 меңен бирә лә ҡалғанын печенье менән ҡаплай. Пенсионерҙың ҡыҙы һөйләүенсә, имеш, йөҙ һумға тиклем сумманы аҙыҡ менән түләргә ҡушылған. Пенсионер аңына килгәнсе, почтальон китеп тә өлгөргән. Ҡыҙы Татьяна хәлде асыҡлау өсөн Пенсия фондының “ҡыҙыу бәйләнеш”енә шылтырата, тик унда эләгә алмай, башҡа ведомство яуап бирә. Республикалағы Пенсия фонды бүлексәһендә ҡыҙҙы иғтибар менән тыңлағандан һуң, уға хәлде “Рәсәй почтаһы” менән асыҡларға кәңәш бирәләр.
- Ни өсөн мин әҙәм аптыратҡыс ваҡиғаны почта менән хәл итергә тейеш? Пенсия фонды бит үҙе “Рәсәй почтаһы”н хеҙмәттәр күрһәткән контрагент итеп һайлаған, - тип йәне көйә Татьянаның. Шулай ҙа почтаға шылтыратырға була. Ике сәғәт тирәһе уны бер операторҙан икенсеһенә ҡыуып йөрөтәләр, ә һөҙөмтә юҡ.
- Ә балалары, ейәндәре булмаған ҡарттарға бындай осраҡта ни ҡылырға? Ялыу менән ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? - тип аптырай ул. - Түләнмәгән аҡса кемдең кеҫәһенә инеп ята? Ә аҡса урынына ҡалдырған печеньены ауыҙға алырлыҡ та түгел, тәмһеҙ.
“Рәсәй почтаһы”ның матбуғат хеҙмәтендә “бының булыуы мөмкин түгел” тип ҡаршы торһалар ҙа, осраҡты тикшерергә вәғәҙә иткәндәр, тик бының өсөн ведомствоға запрос ебәрергә кәрәк. Кемдең шундай ыҙалар сигеп, бюрократия ҡаршылыҡтарын үтеп, юғалған аҡсаһының осона сыҡҡыһы килһен?
Читайте нас: