+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2019, 01:15

Рәсәйҙең Милли банкы Башҡортостанда 36 «ҡара» кредитор һәм 11 финанс пирамиданы асыҡлаған

Күп осраҡта граждандар аҡса алғанда күсемһеҙ милекте, йә автомобилен закладкаға һала

Тәүгеһе буйынса законһыҙ рәүештә халыҡҡа займдар бирелгән. Күп осраҡта граждандар аҡса алғанда күсемһеҙ милекте йә автомобилен закладҡаға һалған. Финанс пирамидаларға килгәндә, улар ҡулланыусылар кооперативы һәм яуаплылығы сикләнгән ойошмалар булараҡ эшмәкәрлек алып барған. Юғары килем, яңы мөлкәт вәғәҙә иткән компаниялар физик шәхестәрҙән ҙур күләмдә аҡса йәлеп итә. Шул уҡ ваҡытта иғәнәләр буйынса йөкләмәләр яңы саҡырылған ҡатнашыусылар иҫәбенә ҡапланған.
Барлыҡ мутлашыу осраҡтары буйынса ла хоҡуҡ һаҡлау органдары тикшереү ойошторған. Финанс баҙарҙа законһыҙ эшләгән ойошмаларҙың әүҙемләшеүенә бәйле бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә Милли банк, прокуратура, суд приставтары ҡатнашлығында ултырыш уҙғарылды. Сара сиктәрендә халыҡтың финанс грамоталығын арттырыу бурысы ҡуйылды.
Марат Кашапов, Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса милли банкы идарасыһы: “Бөтә ил буйынса йыл башынан Рәсәйҙең Милли банкы ике меңдән ашыу ойошманың законһыҙ эшмәкәрлек алып барыуын асыҡланы, уларҙың иллеһе - республика биләмәһендә урынлашҡан. Статистика буйынса, үҫеш күҙәтелә. Әммә был, тәү сиратта, мутлашыу схемаларын асыҡлау кимәле күтәрелеүгә бәйле. Муниципалитеттар, халыҡ менән әүҙем эшләйбеҙ”.
Финанс ойошманың эшмәкәрлегендә шикләнһәгеҙ, уны Милли банктың рәсми сайтында тикшерергә мөмкин. Шулай уҡ Ҡыҙыу линия эшләй, экранда күрһәтелгән телефон һандары буйынса шылтыратырға була. Әгәр компания Рәсәй Банкы реестрына инмәгән икән, был турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итергә кәрәк.
8 800 300 3000
Читайте нас: