+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Декабрь 2019, 01:05

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре «Ларгус»тарға һунарға сыҡты

Еңел автомобилдәрҙә рөхсәтһеҙ пассажир йөрөтөүселәрҙе асыҡлау

Дуҫтарса сәйәхәт. Маҡсат еңел автомобилдәрҙә рөхсәтһеҙ пассажир йөрөтөүселәрҙе асыҡлау. Күләмле тикшереү уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, такси хеҙмәттәрен күрһәтеүселәрҙе асыҡлау еңелдән бирелмәне. Рейд барышын БСТ каналы хәбәрсеһе Рафиҡ Әхмәтшин күҙәтте.
Ырымбур – Өфө трассаһы. Булгаков ауылы эргәһендә юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре еңел автомобилдәрҙе туҡтата. Иғтибар «Ларгус»тарҙа. Маҡсат Өфөгә йүнәлгән рөхсәтһеҙ таксиҙарҙы асыҡлау.
Такси хеҙмәте күрһәтеүсенең лицензияһы янында булырға тейеш. Әммә документ талап итеүҙән алда туҡтатылған автомобилдең түләүле хеҙмәттәр күрһәтеүен иҫбатларға кәрәк. Пассажирҙар водителен һатмай. Салон шығырым тулы булһа ла, бер тауыштан танышым, дуҫым, туғаным менән юлға сыҡтым тигән һүҙҙәр ишетелә.
Пассажирҙар яҡлашҡас водителгә лә һүҙ юҡ. Штрафҡа тикшергәндән һуң машина юлын дауам итә. Таңғы һунар һөҙөмтәһендә ни бары бер «Ларгус» водителе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Уны ла уяулығын юғалтҡан пассажиры һатты. Инспектор руль артындағы туғанының исемен атыуҙы үтенгәс, йоҡоло ханым аныҡ ҡына яуап бирә алманы. Рөхсәтһеҙ рәүештә пассажир йөрөтөүсегә штраф түләргә тура киләсәк.
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы еңел автомобилдәрҙә пассажирҙы рөхсәтһеҙ йөрөтөүселәрҙе асыҡлау буйынса рейдтарҙы артабан да дауам итергә ниәтләй. Әммә уларҙың һөҙөмтәлелеге миҙалдың икенсе яғы. Шәхси машинаһында аҡса эшләүселәрҙе юлдағы күләмле тикшереүҙәр менән генә туҡтатып булмай. Пассажирҙар араһында ла аңлатыу эшен алып барыу мөһим тигән фекерҙә инспекторҙар. Рәсми эшләмәгән таксиҙа юлға сығыусылар күләгәлә эшмәкәрлек алып барыусылар һанын ғына ишәйтмәй, тәү сиратта үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуя.
Рафиҡ Әхмәтшин.
Читайте нас: