+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2019, 01:35

50 йәштән өлкәндәр уҡырға теләһә, уларға стипендия түләнәсәк

Әле шул турала документ әҙерләнә

Рәсәйҙә пенсия алды йәшендәгеләр эш табыу өсөн уҡырға теләһә, уларға стипендия түләнеүе ихтимал. Әле шул турала документ әҙерләнә. 2024 йылғаса 450 мең кеше һөнәрен алмаштырыу буйынса йә өҫтәмә белем ала аласаҡ.

Рәсәй Хөкүмәте күрһәтмәһе буйынса РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы социаль программа проекты әҙерләгән. Ул "2024 йылға тиклем 50 йәшлек һәм унан өлкәндәргә, пенсия алды йәшендәгеләргә һөнәри һәм өҫтәмә һөнәри белем алыу буйынса махсус программаны раҫлау тураһында"ғы документ.

Әле төбәктәрҙә үрҙә әйтелгән йәш арауығындағы кешеләр өсөн хеҙмәт баҙарында кәрәкле һәм ихтыяж булған һөнәрҙәрҙең исемлеген төҙөү бара, анализдар яһала. Исемлек Бөтә Рәсәй вакансиялар базаһына ("Работа в России") индереләсәк.

Белем алыу өс модель буйынса мөмкин буласаҡ. Беренсе вариант: эшһеҙ кешене уҡырға мәшғүллек үҙәгенән ебәрәләр. Икенсе вариант: кеше белем алыу сертификаты алып, уҡыу йортон үҙе һайлай. Өсөнсө вариант: һөнәри белем алырға "Ворлдскиллс России" союзы ярҙам итә. Унан алған документ буйынса резюме тура "Работа в России" порталына ебәрелә.

Бына бит, ҡалай йәтеш! Әгәр ҙә программа ысынлап ғәмәлгә ашырыла башлаһа, эшһеҙҙәр ҡырҡа кәмейәсәк. Тик лайыҡлы хеҙмәт хаҡы ла түләнһә...

Алһыу Ишемғолова

Читайте нас: