+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Декабрь 2019, 01:20

Белорет районы Ишле ауылында «Һеңлекәш» фильмы күрһәтелде

Фильмдағы ҡайһы бер эпизодтар тап ошо ауылда төшөрөлгән

Сараға актерҙар ҙа махсус саҡырылды. Киноның тап Ишлелә күрһәтелеүе осраҡлы түгел. Фильмдағы ҡайһы бер эпизодтар тап ошо ауылда төшөрөлгән. Картинаға урындағы халыҡ та күпләп йәлеп ителгән. БСТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Билдәле Совет фильмынан алынған был өҙөк күп йылдар инде "ҡанатлы һүҙҙәр" булараҡ ҡулланыла. Кинола ғына түгел, тормошта ла шулай«Һеңлекәш» фильмы мәҫәлән, Ишле ауылында электр уты һүнеүгә бәйле күрһәтелмәне. Ә ауыл халҡы, унан бигерәк мәктәп уҡыусылары ҙур түҙемһеҙлек менән көткән. Етмәһә, актерҙар үҙҙәре лә сараға махсус саҡырылған. Шулай ҙа осрашыу йоҡомһорап ултырырға ирек бирмәне.
Арыҫлан Ҡырымсурин актерлыҡ һәләтенән тыш, рубик шаҡмағын тиҙлеккә йыйыуҙа ла һынатмай. Әле уның рекорды 24 секунд. Электр утындағы өҙөклөктәр тик файҙаға ғына булды тип әйтергә мөмкин. Осрашыуға килгән ауыл халҡы, унан бигерәк мәктәп уҡыусылары үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Саранан «Һеңлекәш» фильмында Йәмилдең әсәһе ролен башҡарыусы Илгизә Ғилманова ла ситтә ҡалманы. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисының халыҡ менән тәүгә осрашыуы. Театр коллективы менән бергә Рәсәй төбәктәрендә гастролдә булыу сәбәпле, премьераларҙа ҡатнаша алмаған.
Осрашыуҙа ауыл халҡы ла яуапһыҙ ҡалманы. Уҡыусылар халыҡ шағирының шиғырҙарын һөйләне, йырҙарын башҡарҙы. Сәғәт ярым дауам иткән әңгәмәнән һуң, ниһайәт, электр уты ла тоҡанды.
«Һеңлекәш» фильмы, ғөмүмән, бөгөнгө көнгә тиклем Рәсәйҙең барлыҡ кинотеатрҙарында ла күрһәтелде. Бынан тыш, ул Австрия, Бөйөк Британия кеүек илдәрҙең баш ҡалаһы халҡы ла тамаша ҡылды. Төрлө конкурс-фестивалдәрҙә лә юғары баһаланған фильм иң мөһиме, кино һөйөүселәр күңеленә үтеп инде.
Читайте нас: