+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Декабрь 2019, 14:05

Ата-бабаларыбыҙҙың теле юғалырға тейеш түгел

«Туған телгә 100 аҙым» проектының киң күләмле презентацияһы үтте

Ә.З. Вәлиди исемендәге милли китапханала «Туған телгә 100 аҙым» проектының киң күләмле презентацияһы үтте. Проект буйынса фекер алышыуҙа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы, Халыҡ-ара фәндәр академияһы, Мәғариф министрлығы вәкилдәре, яҙыусылар һәм журналистар ҡатнашты. Туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү уның төп темаһы булды.
Беҙҙең райондың үҙәк китапханаһының тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге был йүнәлештә эштәрҙе күптән алып бара. Китапхананың сайтында махсус бүлек булдырылып, унда башҡорт авторҙарының китаптары ҡуйылған. Бынан тыш, «асыҡ ҡарау» бүлеге лә эшләй. Унда башҡорт әҙәбиәтенең классиктары М. Ғафури, М. Аҡмулла, Н. Мусин, Ә. Хәкимов һәм бөгөнгө авторҙар М. Ҡунафин, Т. Ғарипова, Р. Назаров, Г. Яҡуповаларҙың китаптары ингән.
Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн китапхана хеҙмәткәрҙәре төрлө саралар үткәрә. Улар араһында – М. Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына арналған видеоконкурс һәм интеллектуаль уйын, Р. Назаровтың тыуыуының 75 йыллығы уңайынан күргәҙмә һәм әңгәмә, «Уҡыусы ихата» акцияһы, «Уҡы – үкенмәҫһең» тигән журнал -китапхана фрешы, «Беҙ уҡырға яратабыҙ» исемле түңәрәк өҫтәл һәм башҡа саралар ойошторолдо. Мәктәп уҡыусылары менән дә эш алып барабыҙ. Мәҫәлән, лицей-интернатта «Башҡорт ере яҙыусылары» тигән таныштырыу уйыны үткәрелде.
Милли авторҙарҙы белеү, уларҙың әҫәрҙәрен уҡыу, туған телдәрҙе һаҡларға тырышыу кеүек үк мөһим. Был - беҙҙең тарихыбыҙ! Был - беҙ!
Ф. Хәбибуллина.
Читайте нас: