-29 °С
Ясно
Антитеррор
Все новости
Новости
9 Декабря 2019, 13:25

Өфөлә Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашырға саҡыралар

Ғаризалар 18 декабргә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә.

28 декабрҙә Өфөлә яңы йыл алды сараһы – Ҡыш бабайҙар парады ойошторола.
Был көндә Ленин исемендәге майҙанда өфөләргә Үҙәк ҡала шыршыһын күрһәтәләр һәм байрам программаһын бүләк итәләр. Сараның иң юғары нөктәһе – Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу менән шыршы уттарын ҡабыҙыу.
Мэрияның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Ҡыш бабайҙар парадында ҡатнашыусылар конкурсҡа Өфө учреждениелары, ойошмалары йәки үҙҙәре исеменән ғариза бирә ала. Ҡыш бабайҙарҙың ейәнсәрҙәре – Ҡарһылыуҙарҙың да ҡатнашыуы хуплана.
Ғаризалар 18 декабргә тиклем [email protected] электрон почтаһына ҡабул ителә. Ғаризаға Ҡыш бабай йәки Ҡарһылыу костюмын кейеп төшкән фото һалырға кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 229-04-35 – Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәтенең мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте бүлеге.
Читайте нас в