-8 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
9 Декабря 2019, 15:10

“Права” алыу тәртибе үҙгәрәсәк!

Күберәк һорауҙарға яуап бирергә тура киләсәк.

Машина йөрөтөүгә танытма алыу буйынса имтиханға 2020 йылдың 1 октябренән яңылыҡтар индереләсәк.
Беренсенән, имтихан тотоусыларға күберәк һорауҙарға яуап бирергә тура киләсәк.
Әлеге ваҡытта юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса барлығы 800 һорауға әҙерләнергә кәрәк. Ә өҫтәмә һорауҙар машина менән хәүефһеҙ идара итеүгә ҡағыласаҡ. Яңыса имтихандың теория өлөшө “Юл йөрөү ҡағиҙәләре”, Законлылыҡ”, “Медицина”, “Психология”, “Профессиональ блок”, “Машина менән идара итеү хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” һәм “Техник сара яйланмалары” тигән блоктарҙан торасаҡ.
Икенсенән, имтиханды ойоштороу форматы үҙгәртеләсәк. Мәҫәлән, практик өлөштө алдан билдәләнгән маршрут буйынса башҡаса тапшырып булмаясаҡ. Шулай уҡ мәрәйҙәр системаһынан баш тартасаҡтар.
Ҡыҫҡаһы, яңылыҡтар ҡатмарлы булыр, күрәһең. Кем “права” алырға теләй, 1 октябргә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ!
Лилиә Хәлитова
Читайте нас в