Ул ылыҫлы ағас үҫентеләрен ҡырҡыуға юл ҡуймау маҡсатында ойошторолдо. Урмандарҙа браконьерҙарға ҡаршы көрәш алып барыла.
Көнъяҡ Урал Дәүләт ҡурсаулығының тәбиғәт һаҡсылары өсөн Яңы йыл осоро иң ҡыҙыу мәлдәрҙең береһе булып тора, ти ҡурсаулыҡ методисы Азамат Байрамғәлин.
Тәбиғәткә килтерелгән зыян күләме 5 мең һумдан ашыу булған осраҡта браконьерға енәйәт эше ҡуҙғатыла.