Баланс тәьмин итеүсенең билдәһеҙ булыуы сәбәпле сентябрь уртаһынан уларҙы
өҙгәйнеләр. Уҙған йомала «Урал буйы» юл идаралығы, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы араһында юл камераларын файҙаланыу буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.