+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 14:25

Башҡортостанда йылға флоты тергеҙеләсәк!

Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә ауыр финанс хәлендә булған предприятие, ойошмаларҙы тергеҙеү тураһында әйтеп үтте.

Радий Хәбиров үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә республикала бығаса эшләгән һәм әле йә банкрот хәлендә йә ауыр финанс хәлендә булған предприятие, ойошмаларҙы тергеҙеү тураһында әйтеп үтте.
- Башҡортостан йылға пароходсылығынан күпме көлөргә була? - тине Радий Хәбиров. - Бөтә предприятиелары һәм Өфө йылға порты ауыр торошта.
Мин Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына республиканың йылға флотын тергеҙеү буйынса аныҡ план әҙерләп биреүҙәрен һорайым. Уның бай тарихы һәм яҡшы исеме бар.
Башҡортостан Башлығының был һүҙҙәре алҡышҡа күмелде.
Читайте нас: