+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Декабрь 2019, 15:00

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай

Был Радий Фәрит улының икенсе Мөрәжәғәтнамәһе.

Әлеге ваҡытта “Торатау” конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай башланы. Был Радий Фәрит улының икенсе Мөрәжәғәтнамәһе.
Ул былтырғы кеүек үк мөһим мәсьәләләргә арналыр, республиканың артабанғы үҫеш йүнәлештәрен билдәләр тип көтөлә. Мөрәжәғәтнамәне тыңлар өсөн йола буйынса депутаттарҙан тыш, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары етәкселәре, предприятиелар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре лә килде.
Сараны гәзитебеҙҙең сайтында тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.
Мөрәжәғәтнамә буйынса тулыраҡ яңылыҡтар киләһе хәбәрҙәрҙә буласаҡ.
Читайте нас: