Башҡортостанда «Бәхетле билет» акцияһы башланды. Республика мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларының ҡайһы бер тамашаларына билеттарҙы 50 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин.
Проектҡа Өфө һәм республика ҡалалары театрҙары, концерт ойошмалары, музейҙары, филармониялары, күргәҙмә залдары ҡушылды.
«Башҡортостанда йәшәүселәргә Яңы йыл алды ығы-зығыһынан бер аҙ арынып, байрам кәйефен тойорға тәҡдим итәбеҙ, — тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығынан. — Мәҙәниәт учреждениелары «Бәхетле билет» шарттарын үҙҙәре билдәләй, бөтә мәғлүмәт уларҙың рәсми сайттарында баҫыла».