-1 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 15:15
Банкоматты талағандар
Билдәһеҙҙәр «Россельхозбанк»тың банкоматынан 3 млн һум аҡса урлаған
Банкоматтарҙы талау ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара , буғай.
Өфөлә билдәһеҙҙәр «Россельхозбанк»тың банкоматынан 3 млн һум аҡса урлаған.
Улар тәүҙә терминалды шартлатҡан һәм тиҙ генә уның эсендә аҡсалар ятҡан өс кассетаны алып ҡасҡан. Һәр береһендә 950-шәр мең аҡса һалынған булған. Сигнализация эшләгәс, һаҡсылар 3 минут эсендә килеп сыҡһа ла, бурҙарҙы тота алмаған.
Был енәйәт алдан уйланылып эшләнгән, күрәһең.
Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: