0 °С
Ясна
Антитеррор
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Декабрь 2019, 14:40
Башҡортостанда армияға көҙгө саҡырылыш буйынса план 90% үтәлгән
Планға ярашлы, 2019 йылдың октябренән декабренә тиклем Башҡортостан Республикаһы 4603 егетте хәрби хеҙмәткә оҙатырға тейеш.
Башҡортостанда армияға көҙгө саҡырылыш буйынса план 90% үтәлгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтендә саҡырылыш комиссияһын үткәреү буйынса кәңәшмәлә республика хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәмил Баһауетдинов белдерҙе.
Планға ярашлы, 2019 йылдың октябренән декабренә тиклем Башҡортостан Республикаһы 4603 егетте хәрби хеҙмәткә оҙатырға тейеш.
Бынан алда агентлыҡ
хәбәр иткәнсә
, быйыл көҙ хеҙмәткә алынғандарҙан 5 меңләгәне Көнбайыш хәрби округына ҡоро ер ғәскәрҙәренә ебәрелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылдың февраленән хәрби иҫәп тураһында законға үҙгәрештәр индерелде, уға ярашлы, хеҙмәткә саҡырылыусы кеше икенсе ҡалаға уҡырға киткән осраҡта, хәрби иҫәптән төшөргә һәм ваҡытлыса теркәлгән урын буйынса иҫәпкә торорға тейеш. Унда ул саҡырылыш буйынса барлыҡ сараларҙы үтергә бурыслы. Уҡыған ваҡытта хәрби хеҙмәтте саҡырылыш комиссияһы ҡарары буйынса ғына кисектерергә мөмкин. Саҡырылыш кампанияһы сараларын үтәмәгән өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған.
http://www.bashinform.ru/news/1390055-v-bashkirii-plan-po-osennemu-prizyvu-v-armiyu-vypolnen-na-90/
Читайте нас:
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы