-19 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 15:35

Артем Мазов ҡатынына яҙма ҡалдырған...

“Нисек теләйһең, шулай йәшә. Мин йыраҡҡа һәм оҙаҡҡа китергә йыйынам”

Мазовтарҙың ғәйеп булыуына ай ярым ваҡыт үтте. Улар иҫәнме, үлгәнме, ҡайҙа йөрөйҙәр? Был һорауҙарға әлегәсә бер яуап та юҡ.
Шул уҡ ваҡытта был тарихта бөгөн яңы факттар билдәле булды. Ғәйеп булыр алдынан Артем ҡатынына яҙыу ҡалдырып киткән икән. Был турала “Ufa1” баҫмаһы яҙа. Уларға иһә хоҡуҡ һаҡлау органдарынан сығанаҡ хәбәр иткән.
Унда нимә тип яҙылған һуң? “Нисек теләйһең, шулай йәшә. Мин йыраҡҡа һәм оҙаҡҡа китергә йыйынам”. Эксперттар ундағы почерктың, ысынлап та, Артем Мазовтыҡы икәнлеген дәлилләгән.
Был юлдарҙы Артем ҡатыны Эльмираға яҙған. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, улар юғалыу көнө алдынан ныҡ итеп талашҡан булған. Эльмира айырылышыу талап иткән, ир айырым йәшәргә теләмәгән. Ҡатын әйтеүенсә, яҙмала малайҙар тураһында бер һүҙ ҙә юҡ.
Нисек кенә булмаһын, Артемдың бындай яҙма ҡалдырып китеүе малайҙарҙың иҫәнлегенә өмөттө арттыра. Ысынлап та, ҡатынынан үс алыу өсөн Илья менән Славаны алып китеп, йәшереп тоталыр тип уйларға урын бар. Балалар иҫән булһа, башҡаһы проблема түгел, тик табылһындар ғына.
Читайте нас в