-1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 12:50

Өфөлә «Ата-әсә ҡаһарманлығы» һәм «Әсәлек даны» миҙалдарын тапшырҙылар

Дәүләт наградаһына 7919 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.

11 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Указы менән «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалына Дүртөйлө районынан Первушиндар ғаиләһе лайыҡ булды. Ирле-ҡатынлы Первушиндар 9 бала тәрбиәләй.
Өфөнән Александр Буринин улының спорт өлкәһендәге уңыштары өсөн ошондай уҡ награда алды.
Тағы 48 күп балалы ҡатын-ҡыҙ «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде.
Әлеге ваҡытта республикала 50 меңдән ашыу күп балалы әсә йәшәй. «Әсәлек даны миҙалы» 1998 йылдан тапшырылып килә. Ошо осорҙа дәүләт наградаһына 7919 ҡатын-ҡыҙ лайыҡ булған.
Беренсе вице-премьер Радий Хәбировтың «сентябрь» указында республикала йәшәүселәрҙең һанын 4 миллион 100 мең кешегә тиклем арттырыуға өлгәшеү бурысы ҡуйылғанын билдәләне.
Читайте нас: