+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 15:30

Киләһе йылдан баҡсасыларға һыу өсөн түләргә тура килә

Баҡсасылыҡ ширҡәттәренең һыу тотоноу, ҡоҙоҡ ҡаҙыу өсөн лицензияһы булырға тейеш

1 ғинуарҙан Рәсәйҙә “Ер аҫты байлыҡтары тураһында”ғы законға үҙгәрештәр көсөнә инә. Уға ярашлы, баҡсасылыҡ ширҡәттәренең һыу тотоноу, ҡоҙоҡ ҡаҙыу өсөн лицензияһы булырға тейеш.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың профилле комитет рәйесе Әлфәрис Байсурин әйтеүенсә, республика ҡануниәте лә федераль талаптарға ҡулайлаштырыла. Шуға баҡсасыларға лицензия алыу мәсьәләһен бөгөндән хәл итергә кәрәк.
Башҡортостан Баҡсасылыҡ ширҡәттәре берлеге мәғлүмәттәренә ярашлы, бөгөн республикала рәсми теркәлгән 1 мең 300-ҙән ашыу йәмғиәт бар. Документтарҙа иҫәпкә алынмағандары менән бергә был һан 2 меңгә барып баҫа.
Читайте нас: