+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 11:25

Пиротехника менән сауҙа итеүсе кибеттәргә рейдтар үтә

Хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә кәрәк

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре петардалар һәм фейерверктарға сертификаттар теүәллеген, шулай уҡ уларҙы һаҡлау шарттарын ҡарай.
Әлегә баш ҡаланың Совет районынында хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланмаған. Сифатһыҙ шартлатҡыстар һатып алыу күңелһеҙ эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Шуға ла тауарҙың төргәгенә айырым иғтибар бүлергә кәңәш ителә, унда ҡулланыу буйынса рус телендә ентекле инструкция булырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта пиротехник тауарҙар ун алты йәштән өлкәнерәктәргә генә һатылырға тейеш. Кире осраҡта юридик ойошмаға яуаплылыҡ ҡаралған. Һатып алынған тауарҙы машинала, йылытыу ҡоролмалары янында һаҡларға ярамай, хәүефһеҙлек талаптарын үтәү шарт.
Наил Усманов, ойошманың башҡарма директоры: “Машинала һаҡланырға тейеш түгел. Батареялар янына ҡуйырға ярамай. Хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәргә кәрәк”.
Читайте нас: