+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Декабрь 2019, 18:25

Пособиеға үҙгәрештәр индерелә

Балаға өс йәш тулғансы түләнә

“Балалары булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр тураһында”ғы федераль законға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан алып тыуған (уллыҡҡа йәки ҡыҙлыҡҡа алынған) балаларға ай һайын түләнә торған пособие билдәләнә, ул Башҡортостанда балалар өсөн йылдың икенсе кварталында билдәләнгән йәшәү минимумына тиң булырға тейеш.
Шул уҡ ваҡытта, федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, 2020 йылдың 1 ғинуарынан балаларға ай һайын түләнә торған пособиены билдәләү тәртибе үҙгәрә. Атап әйткәндә, пособие алыу хоҡуғына килеме йән башына Башҡортостанда билдәләнгән йәшәү минимумынан ике тапҡырҙан артмаған ғаиләләр эйә. Әлеге ваҡытта был хоҡуҡ менән килемдәре йән башына йәшәү минимумының 1,5 тапҡырынан артмаған ғаиләләр ҡуллана.
Айлыҡ пособие балаға өс йәш тулғансы түләнә. Быға тиклем уны балаға 1,5 йәш тулғансы алып була ине.
Читайте нас: