Ҡалала йәшәүселәргә әле эсәр һыуҙы һатып алырға, йә шишмәгә йөрөргә тура килә. Сөнки крандан аҡҡаны яраҡһыҙ. Киләсәктә был проблема хәл ителәсәк.
Дәүләкәндә «Таҙа һыу» федераль проектына ярашлы һыу таҙартыу станцияһы төҙөлә. Ошо маҡсатта 104 миллион һум аҡса бүленгән.
Үҙәкләштерелгән система буйынса сифатлы эсәр һыу һәр йортҡа барып етәсәк. Станция яңы йылға тиклем эшләй башлар тип көтөлә.
Дамир Биктимеров, Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: “Беҙҙең ҡалала һыуҙың ҡатылығы санитар норма талаптарынан ике тапҡыр юғары. Скважиналарҙан сығарылған һыуҙың сифаты таҙартыу ҡоролмаһы аша үткәрелгәндән һуң нормаға яраҡлаша”.