0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 19:20

Үҙәк банк төп ставканы 6,25 процентҡа тиклем түбәнәйтте

Үҙәк банктың ставкаһы түбәнәйгән

13 декабрҙә Үҙәк банк төп ставканы тағы ла 6,25 процентҡа тиклем түбәнәйтте — йыл башынан бишенсе тапҡыр. Сәбәбе — инфляцияның әкренәйеүе, 2020 йылда ул яҡынса 3,5-4 процент тәшкил итәсәк һәм артабан 4 процент тирәһендә ҡаласаҡ, тиелә көйләүсенең белдереүендә.
Үҙәк банктың ставкаһы түбәнәйгәндән һуң Рәсәй банктарының депозит һәм кредит ставкаларын түбәнәйтеүен көтөргә кәрәк. Ипотеканың уртаса ставкаһы 8 процентҡа яҡынлашыу ихтималлығы ҙур, тип иҫәпләй белгестәр.
Читайте нас: