+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 12:50

Яңы йыл байрамдарында республикала һауа торошо ниндәй була

Был көндәрҙә үҙгәреүсән һауа торошо, ҡар көтөлә.

Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарына, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 8-нә тиклем һауа торошо билдәле булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көслө һалҡындар көтөлмәй. Яңы йылдың беренсе көнө аяҙ, яуым-төшөмһөҙ була. Һауа температураһы көндөҙ -8, -10 градус, төндә -14, -16. 1 ғинуарҙа көслө ел фаразлана.
2-5 ғинуарҙа көндөҙ -7, -9, төндә -12, -14 градус. Был көндәрҙә үҙгәреүсән һауа торошо, ҡар көтөлә.
6 ғинуарҙан һиҙелерлек һалҡынайта: көндөҙ һауа температураһы -16, -18 градус, төндә -20, -22. Күбеһенсә, аяҙ, ҡояшлы, яуым-төшөмһөҙ була.
Читайте нас: