+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Декабрь 2019, 19:10

Һыуһауҙан, асығыуҙан, өшөүҙән йән биргән...

Тетрәндерерлек, йән өшөткөс хәлдәр ҡабатланып тора

Күптән түгел генә Яңауыл ҡалаһында әсәһенең үле кәүҙәһе янында биш көн буйы ултырған Әмир тураһында ишетеп тетрәнгәйнек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йән өшөткөс фажиғәләр йәнә ҡабатланған.
Асыҡланыуынса, Удмуртияның Можга ҡалаһында 13 йәшлек ауыр формалы ДЦП сирле малай 51 йәшлек әсәһе менән икәү генә йәшәгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ноябрь аҙаҡтарында фатирҙа әсәй кеше вафат булып ҡала. Аҙнаға яҡын ғәрип малай әсәһенең кәүҙәһе янында йәшәй, был турала хәбәр итә лә алмай, сөнки ауырыу сәбәпле ул һөйләшмәгән. Асығыуынан ҡысҡыра башлағас та берәү ҙә ярҙамға килмәй, уның шаулауына күнеп бөткән була күршеләре.

Бисара бала һыуһауҙан коляскаһында барып кранды асырға маташа, һөҙөмтәлә йығыла. Фатирҙы, подвалды һыу баҫа, әммә фатир беренсе этажда булғанлыҡтан, был да иғтибарҙан ситтә ҡала...

Бала менән шөғөлләнгән педагогтар әсәгә шылтыратып-шылтыратып та ала алмағас, саң һуға башлайҙар. 6 декабрҙә генә полиция хеҙмәткәрҙәре фатирҙы емереп аса. Үкенескә ҡаршы, бисара малай астан, һыуһауҙан, өшөүҙән тилмереп йән биргән була...

Күршеләре ишеккә шаҡылдау тауыштарын ишетеүҙәрен, шунан тауыштарҙың туҡтағанын да билдәләй, әммә көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп быға иғтибар ҙа итмәйҙәр.

Ҡот осҡос хәлдән һуң республикала ошоға оҡшаш ғаиләләр йәшәгән фатирҙарҙы тикшерергә тигән ҡарар сығарыла. Һәм шундай тикшереү барышында Ижевск ҡалаһында йәнә ошондай хәлгә юлығалар. Балаһы менән генә көн иткән ҡатындың фатирына инә алмайҙар. Ишекте емерәләр һәм ике йәшлек кенә баланы ҡотҡарып ҡалалар. Уның да әсәһе пневмониянан биш көн элек мәрхүм булып ҡалған була...
Тетрәндерерлек, йән өшөткөс хәлдәр. Тирә-яғыбыҙҙағыларға, зинһар, иғтибарлыраҡ булайыҡ, бәлки, тап әлеге мәлдә күршебеҙҙә йәшәгән берәүгә бик ныҡ ярҙам кәрәктер...
Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: