Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 19 декабрҙәге пленар ултырышта эсәр һыуҙың ер аҫты сығанаҡтарын һаҡлауға йүнәлтелгән закон проектын ҡарарға ниәтләй.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев һүҙҙәренсә, һыу етмәү проблемаһы йылдан-йыл арта бара, шуға күрә сығанаҡтарҙы һаҡлау йәһәтенән саралар күрергә кәрәк.
Закон проектына ярашлы, баҡсасылыҡ ширҡәттәренең дөйөм скважиналарының лицензияһы булырға тейеш.
«Закон участкаһында үҙ ихтыяжы өсөн ҡоҙоҡ йәки скважина ҡаҙыған баҡсасыларға ҡағылмай, — тип билдәләне Константин Толкачев. — Әгәр баҡсасылыҡ ширҡәтендә һыу махсус скважина ярҙамында ҙур күләмдә сығарыла икән, лицензия алырға кәрәк».
ланыусылар өсөн процедура ябайлаштырыла. Лицензия алыу өсөн геологик тикшереү йәки дәүләт экспертизаһы талап ителмәй. Лицензияның хаҡы, биреү ваҡытын һәм ҡулланыусылар даирәһен иҫәпкә алып, баҡсасылыҡ ширҡәте өсөн 25 йылға 7 500 һум тора. Лицензия алыу иҫәпте юлға һалырға ярҙам итергә тейеш.