2019 йылдың апреленән декабренә тиклем газондағы парковка өсөн 30,3 миллион һум штраф йыйылған, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Владимир Спеле республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә. Ошо осорҙа административ комиссиялар йәшелләндерелгән һәм башҡа биләмәләрҙә транспортты ҡалдырған өсөн административ штраф һалыу тураһында бөтәһе 24 меңдән ашыу ҡарар сығарған. Хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса лидер – Өфө, бында 15 миллион һумға 12,4 мең ҡарар сығарылған. Баш ҡала райондары араһында иң күп боҙоуҙар – Октябрь районында.
Владимир Спеле һүҙҙәренсә, йәшелләндерелгән майҙансыҡтарҙа торған автомобилдәр һаны кәмей. Быға муниципалитеттарҙың парковкалар ойоштороу һәм газондар өсөн ҡоймалар ҡуйыу буйынса алып барған эше булышлыҡ итә. Радий Хәбиров шулай уҡ парковка урындары артырға тейеш тип билдәләне һәм республика ҡалаларында парковкалар эше буйынса анализ үткәрергә ҡушты.