+17 °С
Облачно
Антитеррор
Новости
16 Декабря 2019, 14:35

Боҙлауыҡ һәм ҡар яуа

Һауа торошо боҙола

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе һауа торошоноң боҙолоуы тураһында иҫкәртә. 16 декабрҙән 17-һенә тиклем болотло һауа торошо көтөлә. Төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ ҡар, урыны менән боҙлауыҡ, юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр. Һауа температураһы төндә -5,-10 градус, көньяҡ-көнсығышта -15-кә тиклем, көндөҙ -3,-8. Автомобиль юлдарында күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.
Өфөлә лә болотло һауа торошо фаразлана. Төндә бер аҙ ҡар, көндөҙ ҡар, урыны менән юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр. Һауа температураһы төндә -5,-7, көндөҙ -3,-5 градус.
Читайте нас