+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Декабрь 2019, 23:55

«Ишембай трикотажы» элеккесә гөрләп торасаҡ

Текелдәгән тауыш бында бер ҡасан да тынмаһын

Ваҡыттың туҡталып ҡалыуы мөмкин икән дә ул. Хатта, тиҫтәләрсә йылға. Бында килеп инеү менән социализм осорона эләгәһең. СССР ваҡытынан ҡалған станоктар, стеналағы плакаттар, хатта, тегенсе ҡатындарҙың прическаларына тиклем – бөтәһе лә уҙған быуат модаһы.
Йөйҙәрҙең һәр миллиметры тура килтереп һалына. Бер кейгәндән айырылып сыға торған ҡытайҙың синтетикаһы түгел инде. Тәбиғи туҡыманан тегелгән балалар өсөн комплекттар, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн триколар,эске кейем – үҙебеҙҙеке, Ишембайҙыҡы. Уларҙы үҙ эшенең оҫталары тегә. Миләүшә Сәғитова фабрикала 20 йыл эшләй.
Фабрика Ишембайҙа1966 йылда асыла. Ваҡытында Сызрань трикотаж техникумын тамамлаған йәштәр һәм урындағы нефтселәрҙең ҡатындары трикотаждың тәүге партияһын тегә. Биш йыллыҡ планды арттырып үтәгәне өсөн ойошма Почет билдәһе ордены менән бүләкләнә. Ишембайҙа тегелгән кейем Уралдан алып Алыҫ Көнсығышҡа тиклем оҙатыла. Эш өс сменала алып барыла. Тик фабриканың гөрләп торған сағы тарихта ҡалған. Ә тарих цехтарҙан алыҫ та китмәгән.
Әле өс конвейер ғына сафта. 90-сы йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар ваҡытында ла ябылмай,ҙур тырышлыҡ менән һаҡланып ҡалып беҙҙең көндәргәсә йәшәгән ойошма яҙмышы бер епкә йәбешеп ҡала.
Ишембай трикотаж изделиелары фабрикаһы һуңғы ике-өс йылда бөлгөнлөккә төшә. Хеҙмәткәрҙәрҙең бер аҙна эшләп һуңынан бер ай өйҙә ултырған саҡтары ла булған. Әммә үҙ һөнәрен яратҡан тегенселәр хатта, эш хаҡы түләнмәгәндә лә китмәгән. Киткәндәре лә кире ҡайта башлаған. Аҙна башынан улар бөтөнләй икенсе ойошма өсөн тегә.Цех эшселәре лә, бындағы ҡорамаладар ҙа хәҙер яңы предприятиеныҡы. Ноябрҙә генә һатып алынған машинкалар ҙа яңыса текелдәй.
Тегенселәр бер минутҡа ла эшенән туҡтамай. Хатта беҙҙең һорауҙарға яуап биреү өсөн дә. Сөнки план бар. Көнөнә 400 трико тегеп өлгөрөргә. Был әле башҡа моделдәрҙе һанамағанда. Кальсондарҙан тауҙар өйөлгән. Уларға башҡаса «ИФТИ» тигән яҙыу менән ярлыҡ йәбештерелмәйәсәк. Һатып алыусылар хәҙер «Ишембай трикотажы»н кейәсәк. Яңы хужа тап ошондай исем аҫтында эшләйәсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Данлыҡлы фабриканы ябып ҡуймау өсөн хакимиәт инвесторҙы йыл башынан эҙләгән.
Мәскәүҙән килгән инвестор менән эшлекле бәйләнештәр бында күптән булдырылған. Тап шуға ла уға ышаныс белдерелгән.7 миллион евро торған яңы сит ил ҡорамалдары һатып алыу күҙаллана. Яңы йылдан бәйләү һәм буяу цехтары асыласаҡ. Туҡыманың үҙен етештереүҙән алып әҙер кейем булғансы линия эшләйәсәк. Ассортимент киңәйтелә. Ойошмала әле 150 хеҙмәткәр иҫәпләнһә, киләсәктә 2000 эш урыны булдырырға вәғәҙәләйҙәр. Тик һуңғы йылдарҙа фабрикалағы хәлдәрҙе күреп төңөлгән халыҡты ышандырыу еңелдән түгел.
Дмитрий Лысенко, инвестор вәкиле,«Ишембай трикотажы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры: “Эшкә килергә ашҡынып тороусылар юҡ, беҙгә хеҙмәткәрҙәр кәрәк. Мәҫәлән, 200 тегенсе булырға тейеш. Бөтәһенә лә эш етәсәк, яңы йылға тиклем уларға хеҙмәт хаҡы ла түләнәсәк. Сеймал менән тәьмин итәсәкбеҙ, уны үҙебеҙ ҙә етештерергә иҫәп тотабыҙ”.
Алдағы йылда фабриканың тәҙрәләрен һәм ҡыйығын алмаштырыу ҡарала. Еңел сәнәғәтте ҡыйыҡ аҫтына алыу кәрәклеге был аҙнала Хөкүмәт йортонда уҙған Инвестиция сәғәтендә лә билдәләнде. Башҡортостанда еңел сәнәғәт предприятиеларының ҡорамалдар алыуға киткән сығымдарын субсидиялау күҙаллана. Республиканың еңел сәнәғәт өлкәһе һүлпән үҫешә. Был төр программалар ғына етмәй, тине Радий Хәбиров.
Ә әлегә фабриканың иҫке ҡорамалдары Яңы йыл гирляндалары менән биҙәлгән. Бер ниндәй ҙә заман елдәренә бирешмәгән еңел сәнәғәт үҙәгенең совет рухын хатта, уйынсыҡ ҡыш бабай һаҡлай төҫлө. Иң мөһиме, текелдәгән тауыш бында бер ҡасан да тынмаһын.
Читайте нас: