+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 16:50

Сәхнәлә - Рөстәм Нәбиев!

Рөстәм Данир Сабировтың концертында ҡатнашасаҡ

Тиҙҙән алып барыусылар нәҡ шулай тип иғлан итәсәк. Рөстәм Омск ҡалаһында казарма емерелеү фажиғәһендә ике аяғын юғалта. Ул 11 ай дауаханала ята, 16 операция үткәрә. Бөгөн яҡташыбыҙҙы күптәр спортсы, ирекмән, блогер, әүҙм йәмәғәтсе булараҡ белә.
Рөстәм йырсы Данир Сабировтың концертында ҡатнаша. Был турала егеттәр социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хәбәр итә. Тамашалар Ҡазанда үтә. Рөстәмдең кем булараҡ сығыш яһауы сер итеп һаҡлана.
Читайте нас: