+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Декабрь 2019, 00:05

Штрафтарығыҙҙы түләгеҙ, тикшереү бара

16 декабрҙән “Бурыслы” операцияһы башланды.

Башҡортостанда 16 декабрҙән “Бурыслы” операцияһы башланды.
Уның төп маҡсаты — юл ҡағиҙәләрен боҙоусыларға штрафтарын ваҡытында түләү кәрәклеген иҫкәртеү. Махсус операция 25 декабргә тиклем дауам итә.
Административ тәртип боҙоу тураһындағы ҡарар үҙ көсөнә ингән мәлдән алып 60 көн эсендә штрафты түләмәгән өсөн ғәйепле кешегә уның күләме ике тапҡырға арттырыла. Йәки 15 тәүлеккә ҡулға алыу йә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эшкә йәлеп итеү ҡаралған.
Ә штрафты ҡарар сығарылғандан алып 20 көн эсендә түләгәндә, гражданинға сумманың 50 процентын ғына түләү мөмкинлеге бирелә.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре операция ваҡытында водителдәрҙең бурысы булыу-булмауын тикшерәсәк.
Читайте нас: