Фарсы ҡултығы шәйехтәре башҡорт балын тәмләп ҡарағас, шулай тип белдергән. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең Абу-Даби ҡалаһында халыҡ-ара күргәҙмә үткән. Унда Башҡортостан эшҡыуарҙары ла ҡатнашҡан. Улар башҡорт балы, ҡымыҙ, дөгө майы тәҡдим иткән. Король ғаиләһе ағзалары республика ризыҡтарынан ауыҙ иткән һәм бик ҡәнәғәт ҡалған.