-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 07:45

Ҡаҙаҡ араҡыһы, спирты, "самогон" һатҡандарға ҡаршы көрәш

Дөрөҫ мәғлүмәткә 50 мең һум

Башҡортостан халҡы суррогат алкоголь һатыу тураһындағы дөрөҫ мәғлүмәткә 50 мең һум аҡсаға өмөт итә ала. Бының турала социаль селтәрҙәрҙәге үҙенең сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров белдергән.
"С сегодняшнего дня мы еще туже затягиваем петлю на подпольной торговле спиртосодержащими суррогатами, от которых погибают люди. Начинаем платить осведомителям. 50 тысяч рублей — за информацию о производителях, 2000 рублей – за информацию о продавце. Будем гарантировать конфиденциальность и честность по оплате", — тигән ул.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, бутлегерҙар ҡаршы әүҙем көрәш башынан алып республикала 115 кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынған, һигеҙ йәшерен етештереү цехы ябылған һәм 70 мең литр составында спирт булған эсемлек тартып алынған.
Көмөшкә, ҡаҙаҡ араҡыһы-спирты һатыусылар тураһында БР сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса Дәүләт комитетының "Хәүефһеҙ мөхит" порталына тәүлек әйләнәһенә хәбәр итергә мөмкин. Шулай уҡ эш көндәрендә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 7-гә тиклем +7 (347) 218-09-87 телефонынан шылтыратырға була.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: