+10 °С
Дождь
Антитеррор
Новости
18 Декабря 2019, 12:05

Һауа шарттарының боҙолоуы көтөлә

Юлдарҙа көрт, ҡар бутҡаһы, боҙлауыҡ.

Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы көтөлә. Алдағы көндәрҙә республика биләмәһендә ҡар, епшек ҡар, ел секундына 17-22 метрға тиклем көсәйгәндә буран фаразлана. Юлдарҙа көрт, ҡар бутҡаһы, боҙлауыҡ.
Метеорологтар мәғлүмәттәре буйынса, һауа шарттарының боҙолоуы атмосфера фронтының күсеүе менән аңлатыла.
«19 декабрҙә көндөҙ һәм 20-һендә төндә күп итеп ҡар яуыуы көтөлә», — тип белдерҙеләр Башгидрометүҙәктә.
Ял көндәренә, синоптиктар фаразы буйынса, һауа торошо үҙгәрә һәм көндәр һалҡынайта.
Читайте нас