-16 °С
Облачно
Антитеррор
Все новости
Новости
18 Декабря 2019, 18:40

Күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға түләүҙе арттыралар

Бер квадрат метр өсөн 6,9 һум була

Башҡортостан Хөкүмәте хуплаған ҡарар проектына ярашлы, 2020 йылдан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләүҙең минималь күләме — бер квадрат метр өсөн 6,9 һум (хәҙер – 5,2 һум), ә алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа бер квадрат метр өсөн 7,5 һум (хәҙер – 5,8 һум) була.
«Башҡортостанда күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауға тарифтар — илдә иң түбәндәрҙең береһе, ставкалар 2014 йылдан бирле үҙгәрмәгән. Түләүҙең минималь күләме 46 төбәктә артҡан, 2020 йылда Рәсәйҙең тағы 27 субъектында тарифтар ҡиммәтләнә», — тине вице-премьер һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
2021-2022 йылдарҙа түләүҙең күләме инфляция кимәленән сығып үҙгәртелә.
Читайте нас в