+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Декабрь 2019, 14:35

Яңы йылды ниндәй кейемдә ҡаршыларға

Төп төҫтәр – аҡ һәм көмөш төҫө.

Иң төп кәңәш – кейем зауыҡлы булырға тейеш. Кейемдең, маникюрҙың һәм макияждың тәбиғи төҫтәренә өҫтөнлөк бирһәгеҙ, йыл символының хуплауын алырһығыҙ.
Төп төҫтәр – аҡ һәм көмөш төҫө. Пайеткалар менән биҙәлгән аҡ йәки алһыу-күк төҫтәге шифондан тегелгән күлдәк Ҡомаҡты битараф ҡалдырмаҫ. Шулай уҡ фил һөйәге, һөт һәм ынйы кеүек йылы һәм ҡатмарлы төҫтәр һайлау ҙа уңышлы буласаҡ. Белгестәр әйтеүенсә, улар образға еңеллек һәм сихрилек бирәсәк, тимәк 2020 йыл тыныс һәм ығы-зығыһыҙ үтәсәк.
Матур сәскәләр һәм үҙенсәлекле биҙәктәр төшөрөлгән кейемдәр һайлау мөһим, әммә ҡара төҫтәгеләренән бөтөнләй баш тартырға, бер ҙә булмаһа, ҡара төҫтән иғтибарҙы ситкә йүнәлтеү өсөн аҡ ташлы көмөш биҙәүестәр ҡулланырға кәңәш ителә.
Дизайнерҙар шулай уҡ туҡыма һайлағанда атлас, ебәк һәм шифонға өҫтөнлөк биреү мөһимлегенә туҡтала. Улар тәндә еңелсә елберҙәп, шәм һәм гирлянда яҡтыһында төрлө төҫтәр менән емелдәй.
Аяҡ кейеменә килгәндә, белгестәр үксәле аяҡ кейеме кейеү Ҡомаҡ өсөн мөһим түгел тип хәбәр итә. Иң мөһиме - уларҙың төҫө. Көмөш төҫ менән йылтыраған туфлиҙар йәки аҡ йөн тапочкалар Ҡомаҡ өсөн берҙәй яҡшы. Хатта аҡһыл төҫтәге кроссовкалар ҙа «сысҡандар батшабикәһенең» күңеленә хуш киләсәк.
Читайте нас: