+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Декабрь 2019, 12:10

Бөгөн Президент Владимир Путин Рәсәй һәм сит ил журналистарының һорауҙарына яуап бирә

Ҙур конференция Мәскәүҙең халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә ойошторола

Ҙур конференция Мәскәүҙең халыҡ-ара сауҙа үҙәгендә ойошторола. Өфө ваҡыты менән 14 сәғәттә башлана. Ул инглиз, француз һәм немец телдәренә тәржемә ителә. Кремль сайты хәбәр итеүенсә, ил башлығы менән осрашыуҙа 2 мең самаһы журналист ҡатнаша. Улар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. "Рәсәй 1", "Рәсәй-24", Беренсе канал, шулай уҡ "Маяк", "Хәбәрҙәр ФМ" һәм "Рәсәй Радио"һында халыҡ-ара сауҙа үҙәгенән тура трансляция була.
Бөтә Рәсәй халыҡ фронты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһын күмәкләп ҡарарға саҡыра. Рәсәй төбәктәрендә йәмәғәтселек вәкилдәре, журналистар китапханаларҙа йыйыла. Өфөлә ил башлығы менән осрашыуҙы республика Профсоюздар йортонда ҡарарға була.
Читайте нас: