Киләһе йылдың 1 мартынан Башҡортостанда яңы тыуған балаларға бүләк тупланмаһына янғын иҫкәртеү ҡоролмаһы ла өҫтәлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, быға тиклем күп балалы, аҙ тәьмин ителгән һәм социаль хәүефле төркөмгә ҡараған ғаиләләргә улар бушлай таратылған.